Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 28:40 - Изге Яҙма

40 Һарун улдарына ла күлдәк, билғау һәм баштарына бәй әҙерлә. Был уларға мөһабәтлек һәм күркәмлек өҫтәр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

40 Һарун улдарына ла күлдәк, билғау һәм баштарына бәй әҙерлә. Был уларға мөһабәтлек һәм күркәмлек өҫтәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

40 Һарун улдарына ла күлдәк, билғау һәм баштарына бәй әҙерлә. Был уларға мөһабәтлек һәм күркәмлек өҫтәр.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 28:40
16 Referencias Cruzadas  

шулай уҡ изге урында хеҙмәт итеү өсөн туҡылған кейем: Һарун ҡаһинға изге кейемдәр һәм уның улдарына ҡаһинлыҡ кейемдәре алып килде.


Улар түшлек, эфод, ябынса, биҙәкләп туҡылған күлдәк, сәллә һәм билғау әҙерләһен. Ағайың Һарун менән уның улдары Минең ҡаһиндарым булһын өсөн изге кейем был.


Шунан Һарундың улдарын алға сығарҙы, уларға ла күлдәк кейҙерҙе, билдәрен билғау менән быуҙы, баштарына бәйҙәрен бәйләне. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.


билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.


Ағайың Һарунға мөһабәт һәм күркәм ҡиәфәт бирә торған изге кейемдәр әҙерлә.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


урлашмаһын тип нәсихәт бир, улар һәр йәһәттән үҙҙәренең тоғро булыуҙарын күрһәтергә тейеш. Шулай итеп, улар Ҡотҡарыусыбыҙ Алла тәғлимәтенең күркәмлеге булып торасаҡ.


Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул,


Һарундың улдарын алып кил һәм уларға күлдәк кейҙер,


Изге урында йыуынып, көндәлек ҡаһин кейемдәрен кейһен. Шунан һуң сығып үҙенең һәм халыҡтың тотош яндырыу ҡорбандарын ғәмәл ҡылһын, шул рәүешле үҙе һәм халыҡ өсөн пакланыу йолаһын башҡарһын.


Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios