Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 25:16 - Изге Яҙма

16 Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һандыҡ эсенә һал.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һандыҡ эсенә һал.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һандыҡ эсенә һал.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 25:16
22 Referencias Cruzadas  

Исраил халҡын Мысыр еренән алып сыҡҡан заманда Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалғайны. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә юҡ ине.


– Был ҡанун китабын алығыҙ ҙа уны Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығы янына һалығыҙ. Ул унда һеҙгә ҡаршы шаһит булып ятыр.


Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны.


Раббы Мусаға нисек ҡушһа, Һарун шулай эшләне: майҙәне Килешеү һандығының алдына ҡуйып һаҡланы.


Бөтә яҡлап та өҫтөнлөгө ҙур. Иң элек Алла һүҙе уларға ышанып тапшырылған.


– Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә Килешеү сатыры булған, – тип һүҙен дауам итте Стефанус. – Ул сатыр Алла бойороғо буйынса, Муса күргән өлгө буйынса яһалған булған.


Шунан Йеһоядағ батша улын алып килде, башына таж кейҙерҙе, ҡанун китабын тотторҙо. Йоаш батша тип иғлан ителде, мәсехләнде, шунан алҡышлап: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡырҙылар.


Таяҡтарҙы Осрашыу сатырындағы Мин һеҙҙең менән осраша торған Килешеү һандығы алдына ҡуй.


Бына Изге сатыр – Килешеү сатырын – төҙөүгә киткән сығымдарҙы Мусаның бойороғо буйынса Һарун ҡаһиндың улы Иҫамар етәкселегендә левиҙәр иҫәпләп сығарған исемлек.


Муса Синай тауынан төшкәндә, ҡулына килешеү яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. Раббы менән һөйләшкәнгә күрә йөҙө нур сәсеп тора, әммә Муса үҙе был хаҡта белмәй ине.


Муса боролдо ла тауҙан төшә башланы. Ул ҡулына ике яғына ла килешеү һүҙҙәре яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны.


Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.


Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Осрашыу сатырына, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр.


Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй.


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Һандыҡтың эсенә Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һал да ҡапҡасын яп.


Пәрҙәне сатыр түбәһендәге ҡаптырмаларға эл дә Килешеү һандығын пәрҙә эсенә ҡуй. Был пәрҙә Мөҡәддәс урын менән Иң мөҡәддәс урынды айырып торһон.


Муса килешеү таҡтаташтарын алып килеп һандыҡ эсенә һалды. Һандыҡҡа ҡолғаларҙы беркетеп, өҫтөнә ҡапҡасын ҡуйҙы,


– Килешеү һандығын күтәреп барған ҡаһиндарға яр башына менергә ҡуш.


Шунан батша улын алып киләләр, башына таж кейҙерәләр, ҡанун китабы тотторалар. Йоашты батша тип иғлан итәләр. Йеһоядағ менән улдары Йоашты мәсехләй һәм халыҡ: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡыра.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios