Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 23:8 - Изге Яҙма

8 Ришүәт алма, сөнки ришүәт күҙлеләрҙе һуҡырайта, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Ришүәт алма, сөнки ришүәт күҙлеләрҙе – һуҡырайта, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Ришүәт алма, сөнки ришүәт күҙлеләрҙе һуҡырайта, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 23:8
20 Referencias Cruzadas  

Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.


Ундайҙар, ришүәт өсөн, яуызды хаҡлыға сығара, Хаҡлыларҙың хаҡын тартып ала!


Хаҡ хөкөмдө боҙор өсөн яуыз кеше йәшереп кенә ришүәт ала.


Ҡомһоҙ бәндә йортона бәлә тартыр, ришүәткә юл ҡуймаған кеше – имен йәшәр.


Әммә Шемуилдың улдары уның юлынан китмәне. Улар үҙ файҙаларын ғына ҡайғыртты, ришүәт алып, ялған хөкөм сығарҙы.


Башҡаларҙы йәберләү аҡыллыны ла ахмаҡлата, Ришүәт кешенең күңелен боҙа.


Ришүәт – уны биргән кешегә тылсымлы таш һымаҡ тойола: гүйә, ҡайҙа боролһаң да, файҙа килтерә.


Атам менән әсәм ташлаһа ла, Раббы мине һыйындырыр.


Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.


Сөнки Аллағыҙ Раббы – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай.


Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.


Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә Хөкөм иткәндә ситкәрәк этәрһегеҙ.


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Барлыҡ дуҫтарҙы арттыра, юҡлыҡ дуҫтарҙы айыра.


Саҡ айный башланылармы, фәхешкә тотоналар, Уларҙың түрәләре аҙғынлыҡты ярата.


Ҡорбандарығыҙҙың хәжәте юҡ. Ерәнгес Миңә төтәҫләгән хуш еҫтәрегеҙ! Яңы ай байрамдары, шәмбе көндәрегеҙгә, Изге йыйындарығыҙға – Енәйәтсел йыйындарығыҙға түҙә алмайым!


Раббы – минең өлөшөм, минең туҫтағым, Минең йәрәбәм – Һинең ҡулыңда.


Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.


Шарап һемергәндә – батыр, Хәмерҙе бутап эскәндә ғәйрәтле булғандарға ҡайғы!


Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios