Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 23:32 - Изге Яҙма

32 Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөмә!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

32 Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөшмә!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

32 Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөмә!

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 23:32
17 Referencias Cruzadas  

Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ.


Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ!


Шуға күрә ул ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ. Улар үҙ илаһтары менән зина ҡылып, ҡорбан килтергән ваҡытта һеҙҙе лә саҡырыр, һеҙ ҙә уларҙың ҡорбан итен ашарһығыҙ.


Сүлде иһә Ул күл итә, Ҡоро далала шишмәләр урғылдыра.


Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.


Мәсих менән Иблис араһында ниндәй ризалыҡ булыуы мөмкин? Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?


Мин әйткәндәрҙең бөтәһен дә үтәгеҙ. Бүтән илаһтарҙы иҫкә алмағыҙ: уларҙың исеме бер ваҡытта ла ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын.


Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер.


– Һеҙҙең менән нисек килешеү төҙөй алайыҡ инде? – тип яуапланы исраилдар хиууиҙәргә. – Бәлки, һеҙ беҙҙең эргәбеҙҙә йәшәйһегеҙҙер?


ә һеҙ был илдә йәшәгән кешеләр менән килешеү төҙөмәгеҙ, уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ», – тинем. Ләкин һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ. Нисек шулай эшләй алдығыҙ һеҙ?


Аллағыҙ Раббы, һеҙҙе биләйәсәк ерҙәрегеҙгә килтереп, күҙ алдығыҙҙан күп халыҡтарҙы: хиттиҙәрҙе, гиргашиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе – һеҙҙән күберәк тә, көслөрәк тә булған ете халыҡты ҡыуып ебәрер.


Юҡһа улар һеҙҙе үҙ илаһтарына табынғанда ҡылған ерәнгес ғәҙәттәренә өйрәтер һәм һеҙ Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылған булырһығыҙ.


Раббы уларҙы һеҙгә тапшырыр һәм һеҙ улар менән һеҙгә биргән бойороҡтарым буйынса мөғәмәлә итерһегеҙ.


Шулай итеп, Йушағ был ерҙәрҙе – таулыҡтарҙы, Негевты, Шефеланы һәм тау битләүҙәрен – яулап алды һәм, уларҙың батшаларын тар-мар итеп, унда йәшәүселәрҙе, Исраил Аллаһы Раббы ҡушҡанса, харам ҡылып, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios