Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 23:14 - Изге Яҙма

14 Йыл һайын өс тапҡыр Минең хөрмәтемә байрам үткәрегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Йыл һайын өс тапҡыр Минең хөрмәтемә байрам үткәрегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Йыл һайын өс тапҡыр Минең хөрмәтемә байрам үткәрегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 23:14
14 Referencias Cruzadas  

Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.


– Исраил халҡына әйт: шул етенсе айҙың ун бишенсе көнөнән башлап ете көн буйы Раббыға бағышланған Ҡыуыш байрамы үткәрегеҙ.


Ете шәмбе уҙғандан һуң, йәғни илленсе көндә, Раббыға йәнә икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ.


Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы башланыр.


Шул рәүешле, йылына өс тапҡыр бөтә ирҙәр Хакимығыҙ Раббы хозурына баҫырға тейеш.


Раббы тәғәйенләгән ваҡытта изге йыйын булараҡ иғлан ителәсәк байрамдар ошолар:


Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине.


Сөләймән Раббыға бағышлап төҙөгән ҡорбан усағында йылына өс тапҡыр тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, Раббы хозурында хуш еҫ төтәтте. Шулай итеп, Сөләймән Алла ҡорамын төҙөүҙе тамамланы.


Быны ул көндәлек ҡағиҙә буйынса, Мусаның күрһәтмәләренә ярашлы, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, йыл эсендәге өс байрамда – Сөсө икмәк, Аҙналар, Ҡыуыш байрамдарында килтерер була.


Үҙеңә ҡойолма илаһтар яһама.


Мин һеҙгә ҡушҡанса, авив айының тәғәйен ваҡытында ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын үткәрегеҙ. Сөнки авив айында Мысырҙан сыҡтығыҙ.


Авив айында, Аллаң Раббыны ололап, Ҡотҡарылыу байрамын үткәр, сөнки Ул ошо айҙа төндә һине Мысырҙан алып сыҡты.


Ил халҡы байрамдарҙа Раббы хозурына сәждә ҡылыр өсөн килгәндә, төньяҡ ҡапҡанан ингәндәре – көньяҡ ҡапҡанан, көньяҡ ҡапҡанан ингәндәре төньяҡ ҡапҡанан сығыр. Һис кем ингән ҡапҡаһынан сығырға тейеш түгел, ә ҡаршы яҡ ҡапҡанан сыҡһындар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios