Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Сығыу 22:2 - Изге Яҙма

2-4 Бур үҙе килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр ҙә түләрлек хәле булмаһа, уғрылығы өсөн уның үҙен ҡоллоҡҡа һатһындар. Әгәр ҙә урланған мал – үгеҙме ул, ишәкме йәки һарыҡмы – урлаусыла тере көйө табылһа, ҡараҡ бер баш мал урынына икене ҡайтарһын. Әгәр ҙә ҡараҡ, төн ҡараһын файҙаланып, өйгә төшөргә маташҡан саҡта тотолһа, уны үлтергән кеше ғәйепле түгел. Ләкин был хәл ҡояш сыҡҡас булһа, үлтергән кеше ғәйепте үҙе күтәрер.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Сығыу 22:2
11 Referencias Cruzadas  

Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына төндөң ҡайһы мәлендә ҡараҡтың килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.

ҡан өсөн үс алыусы уны һыйыныу ҡалаһынан ситтә осратһа һәм үлтерһә, унда ҡан ҡойоу ғәйебе булмаясаҡ,

сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.

Ҡалаға бәреп керәләр, Диуар буйлап йүгерәләр, Тәҙрәләрҙән ҡараҡ кеүек Өйҙәргә үрмәләйҙәр.

Исраилды дауаларға теләгән сағымда, Әфраимдың намыҫһыҙлығы, Самарияның яуызлығы асылды. Улар мәкер менән эш итә, Бурҙары өйҙәргә баҫып инә, Юлбаҫарҙары урамда талай.

Кеше араһынан ҡыуылалар, Бурҙарҙы баҫтырған һымаҡ, Арттарынан ҡысҡырып ҡалалар.

Үлтереүсе ҡараңғынан тора, Юҡһыл менән ярлының ғүмерен ҡыя, Ә төн етһә, урлашырға сыға.

Арағыҙҙан һис кем кеше үлтереүсе йәки ҡараҡ, яуызлыҡ ҡылыусы йәки башҡалар эшенә ҡыҫылыусы булараҡ ғазап сикмәһен.

Ҡараҡ ҡараңғыла диуарҙа ярыҡ яһай, Яҡтылыҡ тигәнде белмәй, көндөҙ боҫа.

Итәктәрең бер ғәйепһеҙ үлтерелгән Ярлы әҙәмдәрҙең ҡанына бысранған. Ә бит һин уларҙы бурлыҡ өҫтөндә тотманың. Әммә, шуға ҡарамаҫтан,

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios