Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 20:15 - Изге Яҙма

15 Урлашма.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Урлашма.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Урлашма.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 20:15
25 Referencias Cruzadas  

«Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, башҡаныҡын көҫәмә» һәм башҡа төрлө бойороҡтар, бер һүҙ менән әйткәндә, «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигәнде аңлата.


Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.


Урлашмағыҙ, ялғанламағыҙ, бер-берегеҙҙе алдамағыҙ.


Яҡыныңды рәнйетмә, уны талама. Ялсыңдың хеҙмәт хаҡын иртәнсәккә тиклем үҙеңдә ҡалдырма.


– Ҡайһыларын? – тип һораны теге егет. – «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә,


ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ.


Ул быны фәҡирҙәр тураһында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине, һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.


Алдаҡ үлсәү – Раббы өсөн ерәнгес, ул дөрөҫ герҙәрҙе хуп күрер.


Әгәр исраилдарҙан ҡәрҙәшен урлап, уны ҡол иткән йәки һатып ебәргән кеше табылһа, был бур үлемгә дусар ителәсәк. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай итеп йолҡоп ташлағыҙ.


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы былар өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


Ғайса уларға: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ! – тине.


Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.


«Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».


Кеше урлап һатҡан йәки урланған кешене йәшереп тотҡан һәр кем үлтерелергә тейеш.


Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios