Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 16:35 - Изге Яҙма

35 Исраил халҡы ҡырҡ йыл буйы – кеше йәшәр ергә аяҡ баҫҡансы – ошо майҙә менән туҡланды. Ҡәнғән ере сиктәренә килеп еткәнсе улар майҙә менән ризыҡланды.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

35 Исраил халҡы ҡырҡ йыл буйы – кеше йәшәр ергә аяҡ баҫҡансы – ошо майҙә менән туҡланды. Ҡәнғән ере сиктәренә килеп еткәнсе улар майҙә менән ризыҡланды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

35 Исраил халҡы ҡырҡ йыл буйы – кеше йәшәр ергә аяҡ баҫҡансы – ошо майҙә менән туҡланды. Ҡәнғән ере сиктәренә килеп еткәнсе улар майҙә менән ризыҡланды.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 16:35
16 Referencias Cruzadas  

Ошо ер биргән уңышты ашаған көндән башлап, майҙә башҡаса күренмәҫ булды. Бынан ары исраилдарҙың майҙәһе булманы – ул йылды халыҡ Ҡәнғән ере биргән уңыш менән туҡланды.


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Асыҡҡанда Һин уларға күктән икмәк төшөрҙөң, сарсаған саҡтарында таштан һыу сығарҙың, ҡулыңды күтәреп, уларға бирергә Үҙең ант иткән ерҙе барып биләргә ҡуштың.


Һарун ҡаһин Раббы ҡушыуы буйынса Һор тауына күтәрелде һәм исраилдарҙың Мысыр еренән сығыуының ҡырҡынсы йылында, бишенсе айҙың беренсе көнөндә, вафат булды.


Муса халыҡты Мысырҙан алып сыҡҡан. Мысырҙа, Ҡыҙыл диңгеҙҙә һәм сүлдә ҡырҡ йыл буйына мөғжизәләр, хикмәттәр күрһәткән.


һәммәһе лә бер үк рухи ризыҡ менән туҡланған


Раббының Исраилға ҡаршы асыуы ялҡынланды, Ул Раббы алдында яманлыҡ ҡылған был быуын тулыһынса үлеп бөткәнсе уларҙы ҡырҡ йыл сүллек буйлап йөрөттө.


Аллағыҙ Раббы барлыҡ ғәмәлдәрегеҙгә фатихаһын бирҙе. Был мөһабәт сүллектә йөрөгән сағыңда гел һеҙҙе ҡурсаланы. Бына ҡырҡ йыл инде Аллаң Раббы һеҙҙең менән һәм бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисергәнегеҙ юҡ».


Ҡырҡ йыл буйы өҫтөңдәге кейемең дә туҙманы, аяғың да шешмәне.


Әммә бөгөнгө көнгә тиклем Раббы һеҙгә аңлар өсөн аҡыл, күрер өсөн күҙ, ишетер өсөн ҡолаҡ бирмәгәйне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios