Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 15:25 - Изге Яҙма

25 Муса Раббыға ялбарҙы. Раббы уға бер ағас ботағы күрһәтте. Муса шуны һыуға ташлауы булды – һыу тәмләнде. Шунда Раббы халыҡҡа ҡағиҙә һәм ҡанун бирҙе, уны һынауға дусар итте.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Муса Раббыға ялбарҙы. Раббы уға бер ағас ботағы күрһәтте. Муса шуны һыуға ташлауы булды – һыу тәмләнде. Шунда Раббы халыҡҡа ҡағиҙә һәм ҡанун бирҙе, уны һынауға дусар итте.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Муса Раббыға ялбарҙы. Раббы уға бер ағас ботағы күрһәтте. Муса шуны һыуға ташлауы булды – һыу тәмләнде. Шунда Раббы халыҡҡа ҡағиҙә һәм ҡанун бирҙе, уны һынауға дусар итте.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 15:25
26 Referencias Cruzadas  

Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте.


Бына Раббы Ҡәнғәнде яулап алыуҙа ҡатнашмаған исраилдарҙы һынар өсөн илдә ҡалдырған ҡәүемдәр.


Улар ярҙамында Раббы Үҙ халҡы Исраилды һынап, Муса аша ата-бабаларына биргән бойороҡтарҙы яңы быуындың үтәү-үтәмәүен күрмәксе була.


Исраилдарҙың Раббы юлынан, элек ата-бабалары тотҡан юлдан, йөрөймө-юҡмы икәнен һынар өсөн,


Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне.


Раббы Мусаға: – Мин һеҙгә күктән икмәк яуҙырырмын, кешеләр көн һайын сығып, бер көнгә күпме кәрәк, шул тиклем генә йыйһын, – тине. – Мин иһә уларҙы һынаясаҡмын: ҡануным буйынса йәшәйҙәрме улар, әллә юҡмы?


Ильясиғин һыуҙың инешенә барҙы ла унда тоҙ һибеп әйтте: – Раббы былай тип белдерә: «Был һыуҙы паклайым, инде уның арҡаһында үлем дә, түлһеҙлек тә булмаҫ».


Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте.


Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде уларҙы тимер һымаҡ иретеп һынаясаҡмын, Бисара халҡымдың гонаһына ҡаршы Шунан башҡа нимә эшләй алам?


Алтын-көмөш утта һынала, әҙәмдәрҙең күңелен Раббы һынай.


Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Ильясиғин саҡ ҡына он һорап алды ла уны ҡаҙанға һалды. Шунан: – Инде ҡойоп бирегеҙ, ашаһындар, – тине. Ашта бер ниндәй ҙә зарарлы нәмә ҡалмағайны.


Фирғәүен үҙ ғәскәре менән яҡынайғандан-яҡынайҙы. Бына Исраил халҡы Мысыр сиреүенең етеп килгәнен күрҙе, ҡурҡышынан Раббыға ялбарҙы.


Ләкин һеҙ кешеләр кеүек үк үләсәкһегеҙ, Берәй хаким һымаҡ юғарынан ҡоларһығыҙ“».


һин был пәйғәмбәрҙең йәки төш юраусының һүҙен тыңлама – Аллағыҙ Раббы Үҙен бөтөн йөрәгегеҙ, бар булмышығыҙ менән яратаһығыҙмы икәнен белер өсөн һеҙҙе шулай һынай.


Муса, Раббыға ялбарып, былай тине: – Был халыҡ менән ни эшләргә? Ана-бына миңә таш бәрә башларҙар.


Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!


– Ҡурҡмағыҙ, – тине Муса, – Алла һеҙҙе һынар өсөн, һеҙ Уны хөрмәт итеп гонаһ ҡылмаһын өсөн килде.


– Ҡайһы тирәгә төштө? – тип һораны Алла бәндәһе. Тегеһе балта батҡан урынды күрһәтте. Пәйғәмбәр бер сыбыҡ ҡырҡып алды ла шул тәңгәлгә ырғытты. Балта башы шунда уҡ ҡалҡып сыҡты.


Унда барғас, йылғаның ике ярында ла бик күп ағастар күрҙем.


Ул кеше миңә былай тине: – Был һыу көнсығыштағы ерҙәргә табан аға, унан Ғарава тигеҙлегенә төшә һәм Тоҙло диңгеҙгә ҡоя. Ул ҡушылғас, диңгеҙ һыуы сөсөгә әйләнә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios