Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 15:24 - Изге Яҙма

24 Кешеләр: «Беҙ нимә эсәйек?» – тип Мусаға дәғүә белдерә башланы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Кешеләр: «Беҙ нимә эсәйек?» – тип Мусаға дәғүә белдерә башланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Кешеләр: «Беҙ нимә эсәйек?» – тип Мусаға дәғүә белдерә башланы.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 15:24
19 Referencias Cruzadas  

Бында ла бөтә Исраил йәмғиәте Муса менән Һарунға дәғүә белдерә башланы.


– Әллә Мысырҙа беҙҙең өсөн зыярат юҡ инеме? – тинеләр улар Мусаға. – Ошонда, сүлдә баш һалһын тип алып килдеңме һин беҙҙе бында? Нишләттең һин беҙҙе? Ниңә беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың?


Был әҙәмдәр, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана, аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.


Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ.


Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, йән алыусы фәрештә тарафынан ҡырылды.


Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?


Улар Аллаға һәм Мусаға ҡаршы һөйләнергә тотондо: – Беҙҙе ни өсөн Мысырҙан алып сыҡтығыҙ, сүллектә үлеп ҡалһындар типме? Бында ни икмәк, ни һыу юҡ, әлеге мөсһөҙ генә аҙығыбыҙ тамам бүктерҙе, – тинеләр.


Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.


Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте: – Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды.


Һин бит әле үҙең яҡлылар менән бергә Раббының Үҙенә ҡаршы сыҡтың. Һарун кем ул, уға ҡаршы һөйләнергә?


– Һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе Раббы Үҙе күрһен, Ул һеҙҙе Үҙе хөкөм итһен. Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе күрә алмаҫ булды. Беҙҙе үлтерһендәр өсөн уларҙың ҡулдарына ҡылыс тотторҙоғоҙ, – тинеләр.


шөһрәтемде, Минең Мысырҙа һәм сүллектә ҡылған мөғжизәләремде күреп тә, Мине ун тапҡыр һынаған, әйткәнемде тыңламаған әҙәмдәрҙең береһе лә


Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар; Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios