Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 15:14 - Изге Яҙма

14 Башҡа ҡәүемдәр ишетеп быны ҡан ҡалтырай! Пелешеҫ халҡын ҡурҡыу биләп алды,

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Башҡа ҡәүемдәр ишетеп быны ҡан ҡалтырай! Пелешеҫ халҡын ҡурҡыу биләп алды,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Башҡа ҡәүемдәр ишетеп быны ҡан ҡалтырай! Пелешеҫ халҡын ҡурҡыу биләп алды,

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 15:14
20 Referencias Cruzadas  

Ошо көндән алып был күк аҫтындағы бар халыҡтарға Мин һеҙҙән ҡурҡыу һәм дәһшәтләнеү тойғоһо күндерермен. Һеҙҙең хаҡта ишеткәндәр, ҡоттары алынып, ҡурҡыуға төшәсәк», – тине.


Эй ҡапҡалар, үкһеп-үкһеп илағыҙ! Эй ҡала, буҫлығып-буҫлығып иңрә! Эй Пелешеҫ иле, ҡурҡыштан ҡалтырап тор. Сөнки төньяҡтан төтөн болото ағыла, Дошман ғәскәрҙәре сафтарын боҙмай атлай».


Ниңә ҡурҡырға миңә яман көндәрҙә, Мәкерлеләрҙең яуыз эштәре мине уратып алғанда?


Улар Йушағҡа: – Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мәғлүм булды: Аллаң Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға бөтә ерҙе һеҙгә биреп, унда йәшәүселәрҙең барыһын ҡылыстан үткәрергә бойорған. Беҙ үҙ ғүмеребеҙ өсөн бик ҡурҡтыҡ, шуға күрә лә шулай эшләнек, – тип яуап ҡайтарҙы. –


Улар был хаҡта Ҡәнғән ерендә йәшәгән халыҡҡа һөйләр. Йә Раббы, һинең был халыҡ араһында булыуыңды ла, Үҙең менән күрештереүеңде лә, ошо халыҡ өҫтөндә Һинең болотоң торғанын да, көндөҙ болот бағанаһы, ә төндә ут бағанаһы булып алдарынан барғаныңды ла ишетеп беләләр.


«Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма, Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр. Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр.


Ул илселәрен тыуған яғына, Евфрат йылғаһын һыулаған Пеҫор ҡалаһына, Беғор улы Билғамды ярҙамға саҡырырға ебәрҙе: – Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты ла бөтә ер йөҙөн ҡапланы, – тип әйтергә ҡушты уға. – Был халыҡ минең йәнәштә генә төпләнде.


Адони-Садиҡ үҙе лә, халҡы ла ҡурҡыуға ҡалды, сөнки Ғивғон ҙур ҡала – ҡайһы бер батшалыҡтарҙың баш ҡалаһынан ҡайтыш түгел, хатта Ғайҙан ҙурыраҡ та, ә уның кешеләре – ҡыйыу яугирҙәр ине.


ҡурҡыуға ҡалдылар: – Аллалары уларҙың тупламдарына килгән, – тинеләр. – Харап булдыҡ! Әлегә тиклем бындай хәлдең булғаны юҡ ине.


Дауыттың даны бөтә ерҙәргә тарала, һәм Раббы ҡөҙрәте менән бар халыҡтар унан ҡурҡып тора.


Тир тураһындағы хәбәр Мысырға барып ишетелһә, Кешеләрҙең йөрәктәре һыҙланасаҡ.


Һинең һәләкәтең тураһында Ҡәүемдәрҙең араһына, Һин белмәгән илдәргә еткергәс, Күптәрҙең күңеленә хәүеф һалырмын.


Күрҙем: Кушан сатырҙарын хәсрәт алған, Мидйәндең сатыр япмалары дәһшәттән тетрәй.


Быларҙы ишеткәс, ҡотобоҙ осто, бер кемебеҙҙең дә һеҙгә ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы. Сөнки һеҙҙең Аллағыҙ Раббы – юғарыла, күктә, һәм түбәндә, ерҙә, хакимлыҡ иткән Алла бит! – тине. –


Ә улар былай тине: – Беҙ, һинең ҡолдарың, бик йыраҡ илдән килдек. Аллаң Раббының шөһрәте хаҡында ишетеп килеүебеҙ. Уның Мысырҙа нимә эшләгәнен


Бөттө баш! Был ҡөҙрәтле аллалар ҡулынан беҙҙе кем ҡотҡарыр? Сүлдә мысырҙарҙы һәр төрлө ҡазалар менән язалаған аллалар бит улар.


Улар мал-мөлкәттәренә өмөтләнә, Бөткөһөҙ байлығына маҡтана.


Ул туҡтағанда, ер һелкенә, Ҡараш һалғанда, халыҡтар тетрәнә. Мәңгелек ҡаялар тарҡала, Боронғо тауҙар ергә шиңә, Әммә Уның йөрөгән юлдары мәңгелек.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios