Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 14:29 - Изге Яҙма

29 Исраил халҡы иһә диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атлап сыҡты: уларҙың уң яғынан да, һул яғынан да һыу диуарҙай кәртәләнеп торҙо.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Исраил халҡы иһә диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атлап сыҡты: уларҙың уң яғынан да, һул яғынан да һыу диуарҙай кәртәләнеп торҙо.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

29 Исраил халҡы иһә диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атлап сыҡты: уларҙың уң яғынан да, һул яғынан да һыу диуарҙай кәртәләнеп торҙо.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 14:29
19 Referencias Cruzadas  

Исраил халҡы диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атланы, һыуҙар уң яҡтан да, һул яҡтан да диуарҙай кәртәләнеп торҙо.


Һеҙҙе яратҡан, күктәрҙе киргән, Донъяның нигеҙен ҡорған Раббыны нисек онотаһығыҙ? Һеҙҙе ҡырмаҡсы булған залимдың асыуынан Ниңә һәр ваҡыт, көнө буйы тетрәнәһегеҙ? Әммә ҡайҙа һуң ул залимдың асыуы?


Диңгеҙҙе, даръя һыуҙарын ҡоротҡан, Йолоп алғандарың уҙа алһын өсөн Диңгеҙ төбөн юлға әйләндергән һин түгелме?


Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


йылғаның үрге яғынан ағып килгән һыу алыҫта, Сареҫан эргәһендәге Адам ҡалаһы янында туҡталды һәм диуар булып ҡалҡты. Түбән яҡтағы Ғарава диңгеҙенә, Тоҙло диңгеҙгә, аҡҡан һыу ағып бөттө һәм йылға төбө ҡороп ҡалды. Халыҡ Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында йылға аша аръяҡҡа сыҡты.


Имандаштар, ата-бабаларығыҙ менән булып уҙған хәлдәрҙе иҫегеҙгә төшөрөргә теләйем. Уларҙың бөтәһе лә болот аҫтында булған һәм диңгеҙ аша үткән.


Тын өрөүеңдән һыу үрә торҙо, Тулҡындары диуар булып ҡалҡты, Диңгеҙ тәрәнлеге ҡатып ҡалды.


Фирғәүен аттары, яу арбалары һәм һыбайлылары менән диңгеҙгә инеүе булды, Раббы диңгеҙ һыуҙарын уларҙың өҫтөнә ишеп төшөрҙө. Исраил халҡы иһә диңгеҙ уртаһындағы ҡоро ерҙән атлап сыҡты.


Раббы Мысыр диңгеҙенең ҡултығын ҡоротор, Евфрат йылғаһы өҫтөндә ҡулын һелтәр ҙә Көслө еле менән уны ете шишмәгә бүлер; Кеше уны ҡата менән кисеп йөрөр.


Ильяс ябынсаһын алып төрҙө лә һыуға һуҡты. Йылға ике яҡҡа айырылды ла был икәү ҡоронан ҡаршы ярға сыҡты.


Һин исраилдар алдында диңгеҙҙе уртаға ярҙың да улар шул урында хасил булған ҡоро ерҙән киттеләр, ә арттарынан ҡыуа килгәндәрҙе Һин, тәрән һыуҙарға ырғытылған таш кеүек итеп, диңгеҙ төпкөлөндә ҡалдырҙың.


Беҙ Һинең халҡың, көтөүеңдең ҡуйҙары, Мәңгегә Һиңә шөкөр итербеҙ, Быуындан-быуынға маҡтау йырларбыҙ.


Сөнки Ул сарсаған йәндәрҙе һуғара, Астарҙы игелек менән туйындыра.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios