Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 14:19 - Изге Яҙма

19 Быға тиклем Исраил халҡы алдынан барған Алла фәрештәһе сафтың артына сыҡты. Болот бағанаһы ла алдан артҡа күсте.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Быға тиклем Исраил халҡы алдынан барған Алла фәрештәһе сафтың артына сыҡты. Болот бағанаһы ла алдан артҡа күсте.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Быға тиклем Исраил халҡы алдынан барған Алла фәрештәһе сафтың артына сыҡты. Болот бағанаһы ла алдан артҡа күсте.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 14:19
14 Referencias Cruzadas  

Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын.


Беҙ Раббыға ялбарҙыҡ – Ул ишетте, фәрештәһен ебәрҙе, беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты. Бына беҙ хәҙер Ҡадешта, һинең илдең сигендәге ҡалала.


Таң алдынан Раббы болот һәм ут бағанаһы араһынан Мысыр ғәскәренә күҙ ташланы һәм уларҙы ҡурҡыуға һалды.


Ул, Мысыр ғәскәрен исраилдар сафынан айырып, уларҙың араһында торҙо. Болот мысырҙарға – ҡараңғылыҡ, исраилдарға яҡтылыҡ бирҙе. Шуға ла ул төндә ике саф бер-береһенә яҡынайманы.


Бына Ул ҡаяға һуҡты – һыу атылды, Гөрләүектәр ашып ташты. «Инде Ул халҡына икмәк бирә алырмы? Халҡына ит ашата алырмы?»


Әммә һеҙ ашыҡмай ғына сығырһығыҙ, Ҡасып-боҫоп китмәҫһегеҙ; Сөнки Раббы алдығыҙҙан барыр. Исраил Аллаһы артығыҙҙан да һаҡлап килер.


Шул саҡ нурығыҙ таң һымаҡ балҡыр, Тиҙ арала шифа табырһығыҙ. Тоғролоғоғоҙ алдығыҙҙан йөрөр, Артығыҙҙан Раббының шөһрәте һаҡлап барыр.


Пәйғәмбәре аша Раббы Исраилды Мысыр иленән сығарҙы, Пәйғәмбәре аша уларҙы һаҡлап йөрөттө.


Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.


Шул саҡ ҡаршылыҡтарҙы емереүсе Үҙенең халҡы алдынан барыр. Улар, ҡапҡаларҙы бәреп асып, азатлыҡҡа сығыр, Батшалары Алла Үҙе алдан атлар, Раббы юл башлаусы булыр».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios