Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 13:16 - Изге Яҙма

16 Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 13:16
18 Referencias Cruzadas  

Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты.


Шулай итеп, был һүҙҙәремде йөрәгегеҙгә һәм күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, билдә итеп ҡулығыҙға бәйләгеҙ, ҡаш өҫтөндә маңлайса итеп йөрөтөгөҙ.


Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты.


Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта.


Раббы беҙҙе ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, бөйөк дәһшәте, хикмәттәре һәм мөғжизәләре менән Мысырҙан алып сыҡты.


Өйөгөҙҙөң ишегенә һөртөлгән ҡан Минең өсөн билдә булыр: шул ҡанды күреп, һеҙҙе ситләтеп үтермен. Мысырҙарҙы язалаған сағымда һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян теймәҫ.


Исраил халҡының Аллаһы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған. Мысыр ерендә булғандарында уларҙы бөйөк халыҡ иткән һәм Үҙенең ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡҡан.


Раббы Мусаға: – Һин Минең фирғәүенде нимә эшләткәнемде күрерһең. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында ул Исраил халҡын ебәрәсәк. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында уларҙы үҙ еренән ҡыуасаҡ ул.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.


Тап дүрт йөҙ утыҙ йыл тулған көндө Раббының бөтә ғәскәре Мысыр еренән сыҡты.


Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, тик Аллаң Раббы һине унан Үҙенең ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы менән алып сыҡты. Шуға күрә Аллаң Раббы шәмбе көнөн тоторға бойорҙо.


уға былай тип әйт: «Беҙ Мысырҙа фирғәүендең ҡолдары инек, ә Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе унан алып сыҡты.


Раббынан, үҙҙәренең ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Алланан, баш тартып, икенсе илаһтарға, үҙҙәрен уратып алған халыҡтарҙың илаһтарына әүрәп, уларға сәждә ҡылды, бының менән Раббыны асыуландырҙы.


Улар бит Һинең ҡолдарың, Һинең халҡың. Уларҙы Һин Үҙеңдең сикһеҙ көсөң үә ҡеүәтле ҡулың менән йолоп алып ҡалдың.


Уларҙы һәр ваҡыт йөрәгеңдә һаҡла, мунсаҡ һымаҡ, муйыныңда тағып йөрө.


Эй бөйөк Хаким, Аллабыҙ беҙҙең, Һин ҡеүәтле ҡулың менән Үҙ халҡыңды Мысырҙан сығарҙың, Һинең исемең әлегәсә данлы, ә беҙ, гонаһ ҡылып, ғәйепкә ҡалдыҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios