Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 12:38 - Изге Яҙма

38 улар менән бергә бик күп сит халыҡ, көтөү-көтөү кәзә-һарыҡ, һыйыр малы сыҡты.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

38 улар менән бергә бик күп сит халыҡ, көтөү-көтөү кәзә-һарыҡ, һыйыр малы сыҡты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

38 улар менән бергә бик күп сит халыҡ, көтөү-көтөү кәзә-һарыҡ, һыйыр малы сыҡты.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 12:38
10 Referencias Cruzadas  

Исраилдар араһындағы төрлө милләт кешеләре аш төрләндереүҙе талап итә башланы, улар артынан Исраил халҡы ла һыҡтарға тотондо: – Әле ит ашаһаң икән! – тинеләр. –


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».


– Барыбыҙ ҙа барабыҙ: йәштәрҙе лә, ҡарттарҙы ла, уландарҙы, ҡыҙ-ҡырҡынды, кәзә-һарыҡты, үгеҙ-һыйырҙы ла ҡалдырмайбыҙ, сөнки Раббы хөрмәтенә байрам итергә тейешбеҙ, – тип яуапланы Муса.


Әммә халыҡ үлем сигенә етеп һыуһағайны, шуға күрә Мусаны: – Ниңә һин беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? Беҙҙе, бала-сағаны, мал-тыуарҙы сарсатып үлтерер өсөнмө? – тип битәрләнеләр.


Исраил халҡы уға: – Беҙ оло юл буйлап ҡына барырбыҙ. Әгәр үҙебеҙ һәм дә малыбыҙ һыуыңды эсһәк, хаҡын түләрбеҙ. Йәйәүләп кенә үтербеҙ, һис бер зыян килтермәбеҙ, – тип инәлде.


Рәүвән менән Ғад тоҡомдарының мал-тыуары ғәйәт күп ине. Яғзер менән Ғилғәд ерҙәренең көтөү йөрөтөүгә яраҡлы икәнен күргәс,


Мин һеҙгә биргән ҡалаларҙа бары тик ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ һәм малдарығыҙ ғына – беләм, малдарығыҙ ишле – ҡалһын.


Йушағ Исраилдың бөтә йәмғиәтенә – ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, араларында йәшәгән килмешәктәрҙе лә индереп – Муса ҡушҡандарҙың бөтәһен дә уҡыны, бер генә һүҙен дә ҡалдырманы.


Ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, улар исраилдар араһынан бөтә сит ҡәүемдәрҙең нәҫелдәрен айырып ебәрҙе.


Дан ырыуынан Диври тигән кешенең ҡыҙы Шеломиҫ Мысыр кешеһендә кейәүҙә ине. Бер көндө тупламда уларҙың улы бер Исраил ире менән ыҙғышып китте лә Раббының исемен ҡарғаны. Уны Мусаға алып килделәр


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios