Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 12:27 - Изге Яҙма

27 һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды», – тип әйтегеҙ. Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

27 һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды, – тип әйтегеҙ. Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды», – тип әйтегеҙ. Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 12:27
18 Referencias Cruzadas  

Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.


Уны ошолай ашағыҙ: билегеҙ быуылған, аяғығыҙға кейелгән булһын. Таяғығыҙ ҡулығыҙҙа көйө, юлға әҙер булып, ашығып-ҡабаланып ашағыҙ уны. Был – Раббы хөрмәтенә үткәрелә торған Ҡотҡарылыу байрамының ҡорбаны.


Шулай булғас, яңы ҡамыр булыу өсөн, һеҙгә иҫке әсеткенән таҙарынырға кәрәк. Ысынында иһә һеҙ – сөсө ҡамыр, сөнки Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе булған Мәсих беҙҙең хаҡҡа ҡорбан ителде.


Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.


Ғөзәйер бөйөк Алла Раббыға маҡтау-шөкөрана ҡылды. Барлыҡ халыҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп: «Амин, амин», – тип торҙо. Һуңынан барыһы ла баштарын эйҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.


Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.


Йеһошафат йөҙтүбән ергә ҡаплана, уның менән бергә бөтә йәһүҙиҙәр һәм Йәрүсәлим халҡы Раббы алдында ергә ҡапланып, Уға сәждә ҡыла.


Бынан һуң Дауыт йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Аллабыҙ Раббыға шөкөр ҡылығыҙ. Бар йыйын аталарының Аллаһы Раббыға шөкөр итә, маҡтауҙар яуҙыра, Уға сәждә ҡыла һәм батшаға баш эйә.


Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанын Аллаң Раббының һеҙгә бирәсәк ҡалаларының теләһә ҡайһыһында килтерә алмайһың.


Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ваҡ һәм эре малдан Аллағыҙ Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбандары сал.


Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Ҡотҡарылыу байрамына килтерелгән ҡорбан иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын.


Муса йәһәт кенә ергә ятып сәждә ҡылды


һәм һин һуңынан үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә Минең мысырҙарға ҡарата ҡаты мөғәмәләм, күрһәткән хикмәттәрем хаҡында һөйләй алһын өсөн эшләнем. Һеҙ Минең Раббы булыуымды белерһегеҙ.


Шунан таралыштылар ҙа, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләнеләр.


Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты.


Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ғишыҡ йыры.


Ул көндө һәр кем улына: «Мысырҙан киткән сағымда Раббының минең өсөн эшләгәндәрен хәтеремдә яңыртыр өсөн үтәйем мин был йоланы», – тип аңлатыр.


Асыуың ҡасанға тиклем барыр, Раббы? Мәңге шулай һуҙылырмы? Күпме яныр ялҡынланып көнсөллөгөң?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios