Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 11:3 - Изге Яҙма

3 Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 11:3
14 Referencias Cruzadas  

Раббы мысырҙарҙа Исраил халҡына ҡарата миһырбан уятты – улар исраилдар нимә һораһа, шуны бирҙе. Исраил халҡы мысырҙарҙы талап китте.


Мин шулай итермен: мысырҙарҙа һеҙгә ҡарата миһырбан тойғоһо уятырмын. Унан буш ҡул менән китмәҫһегеҙ.


Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.


Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.


Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.


Муса Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә өйрәтелә, һүҙҙә лә, эштә лә ҡеүәтле була.


Мордехай батша һарайында ҡеүәтле кешегә әйләнде, шөһрәте бөтә өлкәләргә таралды. Мордехайҙың абруйы торған һайын арта барҙы.


Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.


Раббы уны Мысыр иленең батшаһы фирғәүенгә, уның ҡолдарына, иленә хикмәттәр һәм мөғжизәләр эшләргә ебәргәйне.


Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Исраил халҡы Муса ҡушҡанса эшләне – мысырҙарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем-һалым һорап алды.


Исраилда Муса кеүек, Раббы йөҙгә-йөҙ танып-белгән пәйғәмбәр башҡаса булманы.


Шул көндө Раббы Исраил халҡы алдында Йушағтың абруйын күтәрҙе. Ошонан башлап Йушағ ғүмере буйы, Муса кеүек үк, исраилдар араһында хөрмәтле булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios