Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 10:7 - Изге Яҙма

7 Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 10:7
16 Referencias Cruzadas  

«Уға Михәлде бирермен, – тип уйланы. – Дауыт өсөн ул тоҙаҡ булыр. Әйҙә Дауыт пелештиҙәр ҡулы менән үлтерелһен». Шунан Дауытҡа: – Миңә кейәү булырға бөгөн йәнә форсатың бар, – тине.


Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.


белегеҙ: ул саҡта Аллағыҙ Раббы ла был халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәрмәҫ. Был халыҡтар һеҙҙең өсөн тоҙаҡҡа, йәтмәгә, ҡабырғаны ярыр сыбыртҡыға, күҙгә керер сәнскәккә әйләнер, һөҙөмтәлә һеҙ Аллағыҙ Раббы бүләк итеп биргән ошо гүзәл ерҙән юҡ булырһығыҙ.


Был халыҡтар һинең ерҙә йәшәргә тейеш түгел. Юҡһа улар һине Миңә ҡаршы гонаһҡа этәрер. Уларҙың илаһтарына табыныу – һинең өсөн тоҙаҡ булыр.


Мин быны һеҙҙе сикләү өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм.


Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр».


Ҡапыл төшөп селпәрәмә килде Бабил – Йәлләп уның өсөн йәш түгегеҙ! Яраларына бәлзәм һөртөгөҙ, Бәлки, уға дауа табылыр».


Моав ҡыйратылды, Балалары ҡысҡырып илай.


Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?


Илеңде харап итеп, халҡыңды ҡырған өсөн Башҡа батшалар һымаҡ ерләнмәйәсәкһең. Яуыздар тоҡомо башҡа мәңге иҫкә алынмаһын.


Ямандың гонаһы үҙенә тоҙаҡтыр, яҡшы кеше йырлап, ҡыуанып йәшәр.


– Был Алла эше, – тине сихырсылар фирғәүенгә. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.


Ҡулымды Мысыр өҫтөнә һуҙып, Исраил халҡын улар араһынан сығарған сағымда мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер.


Мысырҙар исраилдарҙы тиҙерәк сығып китергә ашыҡтырҙы; юғиһә һәммәбеҙ ҙә харап булабыҙ, тип ҡурҡты.


Хәбәр ебәреп, бөтә пелешти хакимдарын йыйып килтерҙеләр ҙә: – Исраил Аллаһының һандығын бынан оҙата күрегеҙ! Беҙҙе – беҙҙең бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтмәһен өсөн уны үҙенең урынына кире ҡайтарығыҙ, – тинеләр. Бөтә ҡаланы әжәл ҡурҡынысы биләп алғайны. Раббының ҡулы ғәйәт ҡаты ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios