Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сефанъяһ 3:9 - Изге Яҙма

9 «Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн, Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 «Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 «Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн, Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.

Ver Capítulo Copiar




Сефанъяһ 3:9
21 Referencias Cruzadas  

Башта донъяла бер тел булып, кешеләр бер үк төрлө һүҙҙәрҙе ҡуллана ине.


Ул көндө Мысырҙа Ҡәнғән телендә һөйләшкән һәм Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән ант иткән биш ҡала буласаҡ. Уларҙың береһе Ҡояш ҡалаһы тип аталасаҡ.


Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Һыу диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббы шөһрәтен танып-белеү менән тулыр.


Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.


Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара.


Раббы иһә бөтә ер йөҙөнөң батшаһы булыр. Ошо көндө тик Раббы ғына булыр, бары Уның исеме берҙән-бер исем булып ҡалыр.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр, Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр. Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән, Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән Уға сәждә ҡылыр.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Диңгеҙ уларҙы күрҙе лә ҡасты, Иордан кирегә аҡты.


Шеҫтың да бер улы булды, уны Әнош тип атаны. Шул дәүерҙәрҙән алып кешеләр доғаларын Раббы исеменә бағышлай башланы.


Маҡтау һүҙҙәре һалырмын. Йыраҡтағы-яҡындағыға ла тыныслыҡ-именлек булһын! Барыһын да шифалармын», – ти Раббы.


Уларҙың остарын бергә ҡуш, ҡулыңда бер таяҡтай булһын.


Уның менән иренемә ҡағылды ла: – Бына был ҡуҙ ауыҙыңа тейҙе, инде ғәйебең алынды, гонаһың ярлыҡанды, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios