Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 9:8 - Изге Яҙма

8 Йәғни тәбиғи рәүештә тыуған балалар Алла балалары тигән һүҙ түгел, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған балалар Уның балалары һанала.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Йәғни Ибраһимдың барлыҡ балалары ла Алланыҡы тигәнде аңлатмай, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуғандар ғына Уның балалары һанала.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Йәғни тәбиғи рәүештә тыуған балалар Алла балалары тигән һүҙ түгел, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған балалар Уның балалары һанала.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 9:8
14 Referencias Cruzadas  

Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм әҙәм теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.


Алла Рухы етәкселегендә йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә – Алла балалары.


Үлектәр араһына ташланған, Һин башҡаса иҫеңә алмаған, Инде бөтөнләй ҡулыңдан төшкән, Ҡәберҙә ятҡан мәйеттәй булдым,


Беҙҙе ул сит кешеләргә һанай; сөнки беҙҙе һатты, ә беҙҙең өсөн алған көмөштө ашап бөттө.


Һеҙ – Аллағыҙ Раббының балалары. Шуға күрә берәйһе үлә ҡалһа, ҡайғы билдәһе итеп, тәнегеҙҙе йәрәхәтләмәгеҙ, башығыҙҙың алғы яғын ҡырмағыҙ.


«Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип уйламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.


Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлап тора.


Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла, Алла Үҙенең балаларын ҡасан күрһәтер икән, тип сабырлыҡ менән көтә.


Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios