Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 8:8 - Изге Яҙма

8 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 8:8
16 Referencias Cruzadas  

Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында йәшәгән сағыбыҙҙа ҡанун беҙҙә гонаһлы нәфселәрҙе уятты, һәм улар тәнебеҙҙә үҙ емештәрен бирә башланы, ә ул емештәрҙең аҙағы – үлем ине.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, Раббыға лайыҡлы йәшәүегеҙҙе һәм эштәрегеҙ менән Уға хуш килерлек булыуығыҙҙы теләп доға ҡылабыҙ.


Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.


Унан ни һораһаҡ та, алырбыҙ, сөнки Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ, Уға хуш килгән эштәр ҡылабыҙ.


Мине Ебәргән – Минең менән. Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.


Ә мин һеҙҙең артыҡ мәшәҡәттәрһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән әҙәм, Раббыға ярарға тырышып, Уның эштәре хаҡында хәстәрлек күрә.


Ниһайәт, имандаштар, Аллаға ҡулай булһын өсөн, нисек йәшәргә кәрәклеген беҙҙән өйрәндегеҙ. Һеҙ шулай йәшәйһегеҙ, әммә беҙ Раббы Ғайса хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.


Балалар, бөтә нәмәлә лә ата-әсәләрегеҙҙе тыңлағыҙ, сөнки был Раббыға ҡыуаныс килтерә.


Мин бөтә нәмәне лә тулыһынса, хатта артығы менән алдым. Әпәфродитос аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.


Улар, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп данламаны, шөкөр итмәне, киреһенсә, мәғәнәһеҙ уй-хыялдарға бирелде, аңларға теләмәгән зиһендәрен ҡараңғылыҡ солғаны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios