Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 8:6 - Изге Яҙма

6 Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

6 Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә,

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 8:6
17 Referencias Cruzadas  

Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр.


сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.


Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Ә Алла Рухы ярҙамында тәндең гонаһлы эштәрен үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ.


Тормошоғоҙға Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.


Гонаһтың әжере – үлем, ә Алланың бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә мәңгелек тормош.


Алла Рухының емештәре иһә – мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, игелеклелек, изгелек, тоғролоҡ,


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән тәҡүәлек, именлек һәм шатлыҡтан тора.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында йәшәгән сағыбыҙҙа ҡанун беҙҙә гонаһлы нәфселәрҙе уятты, һәм улар тәнебеҙҙә үҙ емештәрен бирә башланы, ә ул емештәрҙең аҙағы – үлем ине.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


сөнки гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, мине алданы һәм уның аша үлтерҙе.


Беҙ Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа, Алла Үҙ Улының үлеме аша беҙҙе Үҙе менән яраштырҙы. Беҙ инде Алла менән татыулашҡанбыҙ икән, әлбиттә, Уның Улының тормошо аша ҡотоласаҡбыҙ.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арала татыулыҡ урынлашты.


Донъя яратылғандан әүәл Мин Һинең хозурыңда шөһрәтле инем. Инде хәҙер Һин, эй Атам, ул шөһрәт менән Үҙ хозурыңда Мине данла.


Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға ялына.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios