Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 7:8 - Изге Яҙма

8 Әммә гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, миндә төрлө нәфселе теләктәр уятып ебәрҙе, ә ҡанун булмағанда гонаһ үле.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Әммә гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, миндә һәр төрлө нәфсе теләктәр уятып ебәрҙе, әммә гонаһ ҡанундан башҡа – үле.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Әммә гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, миндә төрлө нәфселе теләктәр уятып ебәрҙе, ә ҡанун булмағанда гонаһ үле.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 7:8
12 Referencias Cruzadas  

сөнки гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, мине алданы һәм уның аша үлтерҙе.


Үлемдең ҡаяуы – гонаһ, һәм гонаһтың көсө – ҡанун.


Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай.


Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ, гонаһ булып танылһын өсөн, яҡшы нәмә арҡылы миңә үлем килтерҙе. Тимәк, бойороҡ арҡаһында гонаһтың ни тиклем яман икәнлеге күренде.


Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ.


Быларҙы инде мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла ла баһа.


Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.


зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, күңеленән сыға.


Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ.


Ҡасандыр мин ҡанунды белмәйенсә йәшәй инем, ләкин Алланың бойороғон белгәнемдән һуң, гонаһ терелде,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios