Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 7:21 - Изге Яҙма

21 Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

21 Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 7:21
19 Referencias Cruzadas  

әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора.


Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.


сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Ул саҡта гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.


Шуға күрә, үлемле тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ нәфсегә буйһонмаҫһығыҙ.


Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә бит.


Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем – гонаһтың ҡоло, – тип яуап бирҙе Ғайса. –


Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып китте.


Аллаға былай тип әйтегеҙ: «Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең! Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең, Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр.


Әгәр ҙә дошманым өҫтөн сығып тантана итмәһә, Мине хуш күреүеңде аңлармын.


Шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән – гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios