Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 5:12 - Изге Яҙма

12 Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ килеп инә. Гонаһ менән бергә үлем килә, һәм был үлем бөтә кеше араһында тарала, сөнки бөтәһе лә гонаһ ҡылды.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ килеп инә. Гонаһ менән бергә үлем килә, һәм был үлем бөтә кеше араһында тарала, сөнки бөтәһе лә гонаһ ҡылды.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 5:12
20 Referencias Cruzadas  

Берәүҙең тыңлауһыҙлығы арҡаһында күптәр гонаһлы булғандай, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.


Гонаһтың әжере – үлем, ә Алланың бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә мәңгелек тормош.


Барыһы ла гонаһ ҡылып Алла шөһрәтенән мәхрүм ҡалды бит.


Шунан инде теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, нығынғас, үлемгә килтерә.


тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең.


Яҡшылыҡтан яманлыҡты, Хаҡ һүҙҙән ялғанды нығыраҡ яратаһың. Села


Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.


Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән булһа, хәҙер Алланың мәрхәмәте лә хаҡлыҡ менән хакимлыҡ итер һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша кешеләрҙе мәңгелек тормошҡа килтерер.


Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала.


Белеп ҡуйығыҙ: һәр кешенең йәне Минеке: атаның йәне Минеке булған һымаҡ, баланың йәне лә Минеке. Кем гонаһ ҡылған, шул үләсәк!


Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтә кешеләргә хөкөм килтерһә, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Үлемдең ҡаяуы – гонаһ, һәм гонаһтың көсө – ҡанун.


Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм булмышыбыҙ арҡаһында беҙҙе, башҡалар кеүек үк, Алла асыуы көтә ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios