Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 4:5 - Изге Яҙма

5 Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә түгел, ә аллаһыҙҙарҙы аҡлаған Аллаға ышана икән, Алла уның ышанысын тәҡүәлеккә һанар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

5 Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә таянмайынса, динһеҙҙәрҙе аҡлаусы Аллаға инана икән, ул иманы менән хаҡ һанала.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә түгел, ә аллаһыҙҙарҙы аҡлаған Аллаға ышана икән, Алла уның ышанысын тәҡүәлеккә һанар.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 4:5
24 Referencias Cruzadas  

Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә. Кешеләр араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ.


Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар.


беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға ышанған беҙҙе лә Алла тәҡүә тип һанар.


Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән? «Ибраһим Аллаға ышанды һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте».


– Алла хуш күргән эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.


Ҡара, был әҙәм һауалы, ниәте яҡшы түгел; Ә тәҡүә кеше тоғро булыуы арҡаһында йәшәр.


Йушағ бөтә халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Борон-борондан – Ибраһим һәм Нахорҙың атаһы Терахҡа тиклем – һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында йәшәне һәм сит илаһтарға табынды.


– «Ҡулыңдан килһә»? Был ни тигән һүҙ ул? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.


Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тәҡүә тип һанаған кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios