Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 4:18 - Изге Яҙма

18 Ибраһим өмөтө ҡалмағанда ла ышанды һәм: «Һинең нәҫелең бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 Ибраһим өмөтһөҙлөктә лә өмөт менән ышанды һәм: «Һинең тоҡомоң бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Ибраһим өмөтө ҡалмағанда ла ышанды һәм: «Һинең нәҫелең бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 4:18
12 Referencias Cruzadas  

Беҙ шул өмөт менән ҡотолдоҡ, әммә был – әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күреүгә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай, сөнки үҙе күреп торған нәмәгә кем өмөтләнһен?


Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырҙы.


Бына шуға ла, дуҫтар, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Мин Аллаға инанам, барыһы ла Ул миңә әйткәнсә буласаҡ.


Оҙаҡ бойомға ашмаған өмөт – йөрәк әрнеүе, ә ғәмәлгә ашҡаны – тормош ағасы.


Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы – ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр.


Зәкәрьяһ фәрештәнән: – Мин бының шулай булырын нисек белә алам? – тип һораны. – Ҡартмын бит инде, ҡатыным да оло йәштә.


Уның, йөҙ йәшкә яҡынлашып, тәненең инде үлә барыуын, Сараның да бала табыу өсөн үтә ҡарт булыуын аңлаһа ла, иманы кәмемәне.


Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь булып, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға инә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios