Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 2:19 - Изге Яҙма

19 Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ,

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 2:19
23 Referencias Cruzadas  

Беҙ Мәсих хаҡына иҫәргә әйләндек, һеҙ иһә Мәсихтә аҡылға эйә булдығыҙ. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар.


– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.


– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Ә инде күҙең зәғиф булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы!


Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡаланы йәшереп булмай.


Исраилдың ҡарауылсылары һуҡыр, Барыһы ла белекһеҙ. Улар һәммәһе – өрә белмәгән телһеҙ эт, Яталар ҙа серемгә китәләр, Йоҡларға бик яраталар!


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Үҙҙәрен белдекле тип иҫәпләгәндәргә, Аҡыллы һанағандарға ҡайғы!


Үҙен аҡыллыға һанаған затты күргәнең бармы? Ахмаҡ ул әҙәмдән күпкә өмөтлөрәк.


Шул саҡта аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып ҡалырһығыҙ. Кешеләргә тормош һүҙен тәҡдим итеп, улар араһында күктәге йондоҙҙарҙай балҡырһығыҙ. Шул саҡ мин Мәсих килер көндә бушҡа көс һалмағанмын һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған тип ғорурлана алырмын.


Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.


Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк, беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк.


Ҡараңғылыҡта йәшәгән халыҡ бөйөк бер яҡтылыҡты күрҙе. Үлем күләгәһендә йәшәгән кешеләр өсөн нур балҡыны».


ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың.


аңһыҙҙарҙың тәрбиәсеһе, наҙандарҙың уҡытыусыһы тип һанайһың, сөнки белем менән хәҡиҡәтте туплаған ҡанунға эйәһең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios