Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 2:14 - Изге Яҙма

14 Йәһүд булмаған халыҡтарҙың ҡануны юҡ, әммә тәбиғи һиҙемләүҙәре буйынса ҡанун бойорғанды үтәһәләр, бының менән нимәне эшләргә ярай, нимәне – юҡ икәнен ҡанунһыҙ ҙа белгәндәрен күрһәтәләр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Ҡануны булмаған халыҡтар, тәбиғи тойомдары менән ҡанун талаптарын башҡарғанлыҡтан, ҡанунһыҙ булһалар ҙа, нимә эшләргә ярай, нимә юҡ икәнен беләләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Йәһүд булмаған халыҡтарҙың ҡануны юҡ, әммә тәбиғи һиҙемләүҙәре буйынса ҡанун бойорғанды үтәһәләр, бының менән нимәне эшләргә ярай, нимәне – юҡ икәнен ҡанунһыҙ ҙа белгәндәрен күрһәтәләр.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 2:14
16 Referencias Cruzadas  

Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк булыр, ә уны белә тороп та, гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителер.


Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәгән кеше, һине – яҙылған ҡанунға һәм сөннәткә эйә кешене – ҡанунды боҙған өсөн хөкөм итер.


Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Исраил йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.


Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙә бар халыҡҡа тәүбә итергә бойора.


Ул, ниндәй халыҡтан булыуына ҡарамаҫтан, Алланан ҡурҡҡан һәм хаҡ эштәр ҡылған кешене хуш күрә.


Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.


Ялбарған саҡта Аллабыҙ Раббы беҙгә яҡын булған һымаҡ, аллалары шулай яҡын булған тағын берәй бөйөк халыҡ бармы икән?


Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн хурлыҡ икәнлеген тәбиғәт үҙе өйрәтә түгелме һуң?


Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


Элек Ул бөтә халыҡтарға үҙҙәренең юлдарынан барырға ихтыяр бирә ине.


Был иһә ҡанун талаптарының йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә. Был хаҡта уларҙың выждандары ла шаһитлыҡ итә: уй-фекерҙәре уларҙы әле аҡлай, әле ғәйепләй.


ҡанунға ят булғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында ҡанунды белмәүсе кеүек булдым. Әлбиттә, был Алла алдында ҡанунһыҙ йәшәйем тигәнде аңлатмай, сөнки мин Мәсих ҡанунына буйһонам.


Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм булмышыбыҙ арҡаһында беҙҙе, башҡалар кеүек үк, Алла асыуы көтә ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios