Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 2:13 - Изге Яҙма

13 Алла ҡанунды ишеткәндәрҙе түгел, ә уны үтәгәндәрҙе аҡлар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Алла ҡанунды ишетеүселәрҙе түгел, ә уны үтәүселәрҙе аҡлаясаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Алла ҡанунды ишеткәндәрҙе түгел, ә уны үтәгәндәрҙе аҡлар.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 2:13
29 Referencias Cruzadas  

Балаларым, һеҙҙе берәйһе алдап ҡуймаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк тәҡүә була.


Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәтең сөннәтһеҙлек була.


Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.


Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, тәҡүәлек ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.


Муса ҡанунды үтәү аша килгән тәҡүәлек тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәгеҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә».


Ғайса уларға: – Минең әсәйем менән туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап бирҙе.


сөнки Алла – бер. Ул сөннәтлене лә, сөннәтһеҙҙе лә иман аша аҡлай.


Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр.


Һеҙгә әйтәм, фарисей түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән. Сөнки үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды бирҙем, ҡанун-ҡағиҙәләремде белдерҙем.


Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм, Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным! Мин Уға һыйынам; Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора.


Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.


Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.


Һеҙ үҙегеҙҙе ҡанун менән аҡларға тырышаһығыҙ икән, тимәк, Мәсихтән айырылдығыҙ, Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалдығыҙ.


Барыһы ла гонаһ ҡылып Алла шөһрәтенән мәхрүм ҡалды бит.


Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ.


Шулай итеп, тыңла, Исраил! Ошо әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, ата-бабаларыңдың Аллаһы Раббы вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал ағып торған ерҙә рәхәт йәшәрһегеҙ һәм ишәйерһегеҙ.


Раббы миңә былай тине: – Бөтә был һүҙҙәрҙе Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында иғлан ит. Әйт уларға: «Был килешеүҙең шарттарын тыңлағыҙ һәм уларҙы еренә еткереп үтәгеҙ.


Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.


Үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына – минең Хөкөмдарым.


Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios