Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 2:12 - Изге Яҙма

12 Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк булыр, ә уны белә тороп та, гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителер.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк буласаҡ, ә уны белә тороп та гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк булыр, ә уны белә тороп та, гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителер.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 2:12
23 Referencias Cruzadas  

ҡанунға ят булғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында ҡанунды белмәүсе кеүек булдым. Әлбиттә, был Алла алдында ҡанунһыҙ йәшәйем тигәнде аңлатмай, сөнки мин Мәсих ҡанунына буйһонам.


Ә ҡанун талаптарына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында була. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтәһен дә теүәл үтәп бармаған һәр кемгә ләғнәт булһын», – тип яҙылған.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кеше тәнендә гонаһты хөкөм итте.


Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.


Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содомдың хәле һинекенән еңелерәк булыр.


Кем ҡанунды тулыһынса үтәп тә, уның бер генә талабын боҙһа, ул бөтә ҡанунды боҙоуҙа ғәйепле.


Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай.


Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидондың хәле һеҙҙекенән еңелерәк булыр.


«Был ҡанунда әйтелгәндәрҙе хупламаған һәм үтәмәгән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Әммә Изге Яҙма бөтә донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә Алланың вәғәҙә иткәне иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios