Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 15:12 - Изге Яҙма

12 Ишағыяһ та былай ти: «Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ килер, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер. Ҡәүемдәр Уға өмөт бағлар».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Ишағыя ла былай ти: «Иессей нәҫеленән Берәү килер һәм халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер. Улар Уға өмөт бағлар».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Ишағыяһ та былай ти: «Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ килер, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер. Ҡәүемдәр Уға өмөт бағлар».

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 15:12
24 Referencias Cruzadas  

Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.


Ағас төпһәһенән яңы үрсем сыҡҡан һымаҡ, Ишай нәҫеленән бер үҫенте сығыр, Был тамырҙан сыҡҡан үҫенте емеш бирер.


Ҡәүемдәр Уның исеменә өмөт бағлар».


Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.


Әгәр беҙ Мәсихкә был йәшәүебеҙҙә генә өмөт бағлаһаҡ, бөтә кешеләргә ҡарағанда ла ҡыҙғанысыраҡ булыр инек.


Уға хакимлыҡ, хөрмәт һәм батшалыҡ бирелде. Бар халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр уға буйһондо. Уның хакимлығы – бөтмәҫ-төкәнмәҫ, мәңгелек хакимлыҡ. Уның батшалығы һис ҡасан емерелмәҫ.


Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға шөһрәт биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ – Аллала.


Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра.


Боғаздан – Ғовед, Ғоведтан Ишай тыуа.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios