Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 14:9 - Изге Яҙма

9 Мәсих нәҡ үлеләр һәм тереләргә Хаким булыр өсөн үлде һәм терелде.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

9 Мәсих үлеләр һәм тереләр өҫтөнән Хужа булып хакимлыҡ итеү өсөн үлде һәм терелде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Мәсих нәҡ үлеләр һәм тереләргә Хаким булыр өсөн үлде һәм терелде.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 14:9
20 Referencias Cruzadas  

һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.


Мәсих Үҙенең шөһрәтенә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым:


Ғайса – тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе.


Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Улар тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итергә әҙер Аллаға яуап бирәсәк әле.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға шөһрәт биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ – Аллала.


Бөтә нәмәлә беҙҙең менән Мәсих мөхәббәте идара итә, сөнки бер Кеше бөтәһе өсөн үлгән икән, тимәк, бөтәһе лә үлде, тип ышанғанбыҙ.


Алла, Ғайса Мәсих аша килгән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Исраил халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – бөтәһенең Хакимы.


Смурналағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Тәүге һәм Һуңғы, Үлгән һәм терелеп Торған былай ти:


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер.


Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың.


Беҙ Ғайсаның үлгәненә һәм үленән терелеүенә ышанабыҙ икән, Ғайса иманында үлем йоҡоһона талғандарҙың Алла тарафынан Уның менән бергә килтереләсәге лә дөрөҫ.


Иҫән булһаҡ та, үлем йоҡоһона талһаҡ та, беҙ Уның менән бергә йәшәһен тип, Мәсих беҙҙең өсөн йәнен бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios