Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 11:16 - Изге Яҙма

16 Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа, ботаҡтары ла изге.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

16 Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа инде, ботаҡтары ла изге.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа, ботаҡтары ла изге.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 11:16
17 Referencias Cruzadas  

Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Тәүге уңыштың иң яҡшы емеше һәм башҡа төрлө саҙаҡалар ҙа ҡаһиндарҙыҡы булыр. Тәүге уңышығыҙҙың ононан бешерелгән икмәкте ҡаһинға бирегеҙ, шунда йортоғоҙҙа бәрәкәт артып торор.


Раббыны бөтә мал-мөлкәтең менән олола, һәр эшеңдең тәүге емешен уға арна,


Мин һине иң тос орлоҡтан Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем. Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың?


Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта


– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәс, унда ураҡ урғанда уңышығыҙҙың тәүге көлтәһен ҡаһинға килтерегеҙ.


Инде бына, Раббым, миңә биргән тупраҡтың тәүге уңышының емештәрен Һиңә алып килдем». Шунан кәрзинеңде Аллаң Раббы алдына ҡуйып, уның ҡаршыһында сәждә ҡыл.


Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың һәм яңы зәйтүн майығыҙҙың тәүге өлөшөн һәм һарығыңдың тәү ҡырҡҡан йөнөн ҡаһинға бир.


Үҙең сәскән баҫыуҙың тәүге уңышын йыйғас, Ураҡ байрамын үткәр. Йыл аҙағында, баҫыуҙан бөтә уңышты йыйып алғас, Уңыш йыйыу байрамын үткәр.


Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.


Сөнки иманһыҙ ирҙең – иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар.


Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.


Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ.


Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙенә балалар итеп алып, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios