Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 10:3 - Изге Яҙма

3 Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 10:3
34 Referencias Cruzadas  

Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Берәүҙең тыңлауһыҙлығы арҡаһында күптәр гонаһлы булғандай, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.


Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».


Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә. Кешеләр араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ.


Һүҙҙә генә тоғро булғанығыҙҙы, Ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе асасаҡмын, Уларҙың һеҙгә файҙаһы булмаҫ.


Сөнки улар көйә ашаған кейем, Ҡорт төшкән йөн һымаҡ булыр. Ә Минең хаҡлығым мәңге ҡалыр, Ҡотҡарыуым быуындан-быуынға дауам итер».


Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны.


Раббы былай ти: «Ғәҙел хөкөм, тоғро ғәмәлдәр ҡылығыҙ, Оҙаҡламай Мин ҡотолоу ебәрермен, Хаҡ булыуым тиҙҙән асыласаҡ.


Беҙҙең менән нимә генә булһа ла, Һин ғәҙел эш иттең, сөнки Һин тоғроһоң, ә беҙ яуызлыҡ ҡылдыҡ.


Беҙ һәммәбеҙ нәжес һымаҡ булдыҡ, Тәҡүәлегебеҙ бысранған кейем кеүек. Бөтәбеҙ ҙә япраҡ һымаҡ һулыныҡ, Ғәйептәребеҙ беҙҙе ел һымаҡ алып китә.


Данлы исеме мәңге мөбәрәк булһын, Бар донъя Уның шөһрәте менән тулһын! Амин! Амин!


Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар: „Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным, Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне.


шуның өсөн Минең уларға ҡаршы тороуымды һәм дошмандары еренә ҡыуғанымды төшөнөрҙәр. Әгәр шул саҡ сөннәтләнмәгән йөрәктәре күндәмләнеп, гонаһтарының әжерен алһалар,


Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе Шимғон Петрустан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иманды ҡабул иткәндәргә:


хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡлы булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.


Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ, Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек;


Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн, Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.


Күҙегеҙҙе күтәреп күккә ҡарағыҙ, Аҫҡа – ер йөҙөнә күҙ һалығыҙ: Күктәр төтөн кеүек тараласаҡ, Ер йөҙө кейем һымаҡ туҙасаҡ; Унда йәшәгәндәр себендәй ҡырыласаҡ, Әммә Минең ҡотҡарыуым мәңгелек буласаҡ, Хаҡлығымдың сиге булмаясаҡ.


Әгәр Аллабыҙ Раббының беҙгә биргән бөтә был бойороҡтарын теүәл үтәһәк, Уға тоғролоғобоҙ шул булыр».


«Ғәҙеллеккә ынтылғандар, Раббыны эҙләгәндәр, тыңлағыҙ Мине! Үҙегеҙ уйылып алынған ҡаяға, Үҙегеҙ соҡолоп алынған тау-ташҡа күҙ һалығыҙ.


Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән.


Ә Ишағыяһ Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти: «Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты. Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».


Ни тиергә һуң? Исраил халҡы теләгәненә ирешмәне. Бары тик һайланғандар был маҡсатҡа иреште, ҡалғандарының йөрәктәре таш булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios