Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 10:21 - Изге Яҙма

21 Исраил халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә: «Мин тыңлауһыҙ һәм тиҫкәре халыҡҡа көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

21 Израиль халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә: «Мин тыңлауһыҙ һәм үҙһүҙле халыҡҡа көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Исраил халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә: «Мин тыңлауһыҙ һәм тиҫкәре халыҡҡа көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 10:21
19 Referencias Cruzadas  

Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.


Мин саҡырҙым – һеҙ тыңламанығыҙ, ҡулымды һуҙҙым – һис берәү иғтибар бирмәй.


Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.


Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


Беҙ мәжүсиҙәргә ҡотола алһындар тип аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының күләмен һәр ваҡыт арттыра бара һәм, ниһайәт, Алла нәфрәте улар өҫтөнә төшә.


Раббы һеҙгә Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәреп торҙо, әммә һеҙ тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ.


Сөнки мин һеҙҙең ниндәй тиҫкәре һәм фетнәсел булыуығыҙҙы беләм. Әле мин иҫән, арағыҙҙа саҡта Раббыға буйһонмайһығыҙ, ә мин үлгәндән һуң нимә булыр?


Раббы миңә тағы: «Күреп торам, был халыҡ ысынлап та тиҫкәре, – тине.


шулай уҡ Йәрүсәлимдән башлап, барлыҡ халыҡтарға тәүбәгә килеү һәм гонаһтары ярлыҡаныу хәбәре Уның исеменән вәғәзләнергә тейеш.


Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios