Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 10:18 - Изге Яҙма

18 Әммә мин, әллә Исраил халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Уларҙың ауаздары бөтөн донъя буйлап үтте, һәм хәбәрҙәре ер сиктәренә олғашты».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 Әммә мин, әллә Израиль халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Вәғәзләүселәрҙең тауышы бөтөн донъя буйлап үтте, һәм уларҙың һүҙҙәре йыһан сиктәренә барып етте».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Әммә мин, әллә Исраил халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Уларҙың ауаздары бөтөн донъя буйлап үтте, һәм хәбәрҙәре ер сиктәренә олғашты».

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 10:18
23 Referencias Cruzadas  

Бөтә саҙаҡаларыңды иҫкә алһын, Тотош яндырыу ҡорбандарыңды ҡабул ҡылһын! Села


Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр уҡыйым, сөнки иманығыҙ тураһында бөтә донъяла һөйләйҙәр.


Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.


Раббы һүҙе һеҙҙең аша Македония һәм Ахая өлкәләрендә ишетелде, ул ғына ла түгел, һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ тураһында ла һәр ерҙә билдәле. Шулай булғас, нимәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Һеҙгә килеп еткән Һөйөнөслө Хәбәр, һеҙ уны ишетеп, Алла мәрхәмәте тураһындағы хәҡиҡәтте аңлаған көнөгөҙҙән башланғандағы кеүек, бөтә донъяла тарала бара һәм уңышҡа өлгәшә.


Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:


Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Данлаһындар бөйөк һәм дәһшәтле исемеңде. Ул мөҡәддәс!


Ерҙең иң ситенән беҙ йыр ишетербеҙ: «Хаҡлыҡ эйәһенә дан-шөһрәт!» Тик мин: «Бөттөм! Бөттөм! Ҡайғы миңә! – тинем. – Хыянатсылар хыянаттарын дауам итер, Эйе, залимдар залимдарса ҡыланыр!»


Аллаң, тере Раббы шаһит: донъяла хакимым батшаның һине эҙләтеп кеше ебәрмәгән бер генә ил, бер генә батшалыҡ та ҡалманы. Был илдәрҙән, халыҡтарҙан: «Ул бында юҡ», тигән яуап килгәндән һуң, батшаларын һинең юҡлығыңа ант иттерҙе.


мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла Рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Йәрүсәлимдән алып Иллурикон яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.


Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.


Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.


һәм тәүҙә Дамаск һәм Йәрүсәлим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios