Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 1:32 - Изге Яҙма

32 Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

32 Улар Алланың ғәҙел хөкөмө буйынса үлемгә лайыҡлы икәнлектәрен белә, әммә үҙҙәре гонаһ ҡылып ҡына ҡалмай, хатта ундай эш ҡылыусыларҙы хуплайҙар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

32 Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 1:32
14 Referencias Cruzadas  

Улар, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп данламаны, шөкөр итмәне, киреһенсә, мәғәнәһеҙ уй-хыялдарға бирелде, аңларға теләмәгән зиһендәрен ҡараңғылыҡ солғаны.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө хаҡһыҙлығына һәм яуызлығына Алла күктән асыуын күрһәтә бара.


Бының менән һеҙ ата-бабаларығыҙ ҡылған эштәр менән риза булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергән, ә һеҙ уларға ҡәбер һәйкәлдәре төҙөйһөгөҙ.


Ҡорбан салыр инем – теләмәйһең, Тотош яндырыу ҡорбандарын хушһынмайһың.


Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефанустың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем.


Батшаны – яуызлыҡтары, Түрәләрен ялған менән ҡыуандыралар.


Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе. Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар.


Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.


Гонаһтың әжере – үлем, ә Алланың бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә мәңгелек тормош.


шул арҡала, хәҡиҡәткә ышанмайынса, ғәҙелһеҙлектән кинәнеүселәр бөтөнөһө лә хөкөм ителер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios