Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Римдарға 1:18 - Изге Яҙма

18 Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө хаҡһыҙлығына һәм яуызлығына Алла күктән асыуын күрһәтә бара.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө хаҡһыҙлығына һәм яуызлығына Алла күктән асыуын күрһәтә бара.

Ver Capítulo Copiar




Римдарға 1:18
19 Referencias Cruzadas  

Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.


Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.


Бына ошолар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алла асыуы төшә лә инде.


төрлө яуыз ялғандар файҙаланыр. Ул быларҙы үҙҙәрен ҡотҡара алырлыҡ хәҡиҡәтте яратыуҙан ваз кисеп, кире ҡағыу арҡаһында һәләкәткә дусар ителгәндәргә ҡарата ҡулланыр.


Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да яуызлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, сөнки һеҙ үле инегеҙ, инде хәҙер яңы тормошҡа эйәһегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм ағзаларығыҙҙы тәҡүәлек ҡоралы итеп, Аллаға тапшырығыҙ.


Тимәк, беҙ Мәсихтең түгелгән ҡаны арҡаһында аҡланғас, һис һүҙһеҙ, Ул беҙҙе Алланың асыуынан ҡотҡарасаҡ.


Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай.


Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.


Һин, әҙәм, шундай эштәр ҡылған башҡаларҙы ғәйепләп, ә үҙең шуны уҡ ҡылып, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы?


Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны уларға Үҙе асып бирҙе.


Беҙ әле ярҙамға мохтаж булғанда, Алла билдәләгән бер ваҡытта Мәсих аллаһыҙҙар өсөн үлде.


Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым.


Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтәһенең дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.


Үҙ ваҡытын көтөп, билдәле булыуҙан уны нимә тотҡарлағанын һеҙ инде беләһегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios