4 Йешуағ, Бани, Ҡадмиил, Шеванъяһ, Бунни, Шеревъяһ, Бани, Кенани левиҙәр өсөн яһалған бейек урынға менеп баҫтылар ҙа Аллалары Раббыға ҡысҡырып ялбарҙылар.
Йешуағ, Бани, Шеревъяһ, Ямин, Ғаҡҡув, Шаббеҫай, Һодияһ, Мағасеяһ, Ҡылита, Ғазаръяһ, Йозавад, Ханан, Пелаяһ исемле левиҙәр аяғүрә торған халыҡҡа ҡанунды аңлатып торҙо.
Левиҙәр: Йешуағ, Биннуй, Ҡадмиил, Шеревъяһ, Йәһүҙә һәм ҡәрҙәштәре менән шөкөрана мәҙхиәләре башҡарыу өсөн яуаплы булған Маттанъяһ.
Левиҙәрҙән Йешуағ, Ҡадмиил, Бани, Хашавнеяһ, Шеревъяһ, Һодияһ, Шеванъяһ, Пеҫахъяһ: – Аяҡҡа баҫығыҙ ҙа мәңгелектән мәңгелеккә булған Аллабыҙ Раббыны данлағыҙ! – тинеләр. – Эй Раббы, Һинең мөҡәддәс исемең маҡтаулы, һәр төрлө маҡтау-данлауҙарҙан өҫтөн!
Ҡыһаҫ һәм Ҡорах нәҫеленән булған левиҙәр аяғүрә баҫып, Исраил Аллаһы Раббыға көслө тауыш менән маҡтау яуҙырырға тотона.
Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.
Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Әлғазар, тышҡа сыҡ! – тине.
Ярҙам һорап күпме ялбарһам да, Доғама ҡолаҡ һалманы.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Йә Раббы, күңелемдә тәкәбберлек юҡ минең, Күҙҙәрем һауаланып баҡманы. Ҡулымдан килмәҫтәй юғары, Иҫ китерлек нәмәләргә ынтылманым.
Асафтың уйланыуҙары. Эй халҡым, тыңла нәсихәтемде, Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә.
Ә һин, Раббы, мине уратҡан ҡалҡанһың; Һин – даным, башымды юғары сөйҙөрөүсе.
Унан ары Бани улы Рехум етәкселеге аҫтында левиҙәр төҙәтте. Рехум янында Ҡығила биҫтәһенең яртыһына идара иткән Хашавъяһ үҙ төбәгенең вәкиле булараҡ эшләне.
Ғилем эйәһе Ғөзәйер ошо уңай өсөн махсус эшләнгән ағас мөнбәрҙә баҫып торҙо, ә уның уң яғынан Маттиҫъяһ, Шемағ, Ғанаяһ, Урияһ, Хилҡияһ, Мағасеяһ, ә һул яғынан Педаяһ, Мишаил, Малкияһ, Хашум, Хашбаддана, Зәкәрьяһ һәм Мешуллам тора ине.