Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 9:19 - Изге Яҙма

19 Һин уларға сикһеҙ мәрхәмәт күрһәттең – уларҙы сүллектә ҡалдырманың. Улар барған юлда көндөҙ баштары өҫтөнән болот бағанаһы китмәне, ә төндә барыр юлдарын ут бағанаһы яҡтыртты.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 9:19
23 Referencias Cruzadas  

Шунан Һин уларҙы дошмандар ҡулына бирҙең, иҙелеүгә дусар булды улар. Әммә үҙҙәренә ауыр мәлдә Һиңә ялбарғас, күктән тороп Һин уларҙы ишеттең, икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, ҡотҡарыусылар ебәрҙең, улар халыҡты дошмандарынан ҡотҡарҙы.


Мин – Раббы, һүҙемә тоғромон, Шуға ла, Яҡуп нәҫеле, һеҙ иҫән ҡалдығыҙ.


Көндөҙ болот бағанаһы эсендә улар алдынан юл күрһәтеп барҙың, ә төндә ут бағанаһы эсендә барыр юлдарын яҡтырттың.


Ҡолаҡ һал да, Аллам, ишет! Үҙ ҡарашыңды төбә – Һинең исемеңде йөрөткән ҡалабыҙҙың ни рәүешле емерелгәнен күр. Беҙ Һиңә ялбарабыҙ, үҙебеҙҙең тәҡүәлеккә түгел, ә Һинең оло рәхимлегеңә иҫәп тотабыҙ.


Бөйөк Хаким, Аллабыҙ, беҙ Һиңә ҡаршы баш күтәргән булһаҡ та, Һин рәхимле һәм беҙҙең гонаһтарҙы ғәфү итергә әҙер.


Улар был хаҡта Ҡәнғән ерендә йәшәгән халыҡҡа һөйләр. Йә Раббы, һинең был халыҡ араһында булыуыңды ла, Үҙең менән күрештереүеңде лә, ошо халыҡ өҫтөндә Һинең болотоң торғанын да, көндөҙ болот бағанаһы, ә төндә ут бағанаһы булып алдарынан барғаныңды ла ишетеп беләләр.


Әммә ҡулымды тыйҙым. Исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр алдында исемем хаҡына, исемем хурлыҡҡа ҡалмаһын өсөн Мин быны эшләмәнем.


Әммә исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр күҙендә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, исемемә тап төшмәһен өсөн улай эшләмәнем.


Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ, Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек;


«Эй Яҡуп, быларҙы иҫеңдә тот. Иҫеңдә тот, Исраил, сөнки һин – Минең ҡолом! Мин бар ҡылдым һине, һин – Минең ҡолом; Мин һине онотмам, Исраил!


Әммә Үҙеңдең сикһеҙ шәфҡәтең арҡаһында Һин уларҙы ахырынаса ҡырып бөтөрмәнең, ташламаның, сөнки Һин мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһың.


Көндөҙ Изге торлаҡ өҫтөндә Раббы болото торҙо, төнөн болот эсендә ут янды – быны исраилдарҙың һәммәһе лә күрҙе. Улар сәфәрҙә булған осорҙа гелән шулай булды.


Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.


Сатыр өҫтөнән болот күтәрелгәндә, исраилдар юлға сығыр һәм тәғәйен араны үтер булды.


Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте.


Шуға ҡарамаҫтан, Мин уларҙы ҡыҙғандым, уларҙы һәләк итмәнем, сүлдә ҡырып ташламаным.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios