Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 7:73 - Изге Яҙма

73 Шулай итеп, бөтә исраилдар – ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре, ябай халыҡ үҙ ҡалаларында йәшәй башланы.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 7:73
7 Referencias Cruzadas  

Ҡаһиндар, левиҙәр, халыҡтың бер өлөшө, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре үҙ ҡалаларында төйәкләнде. Исраилдың ҡалған бөтә халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башланы.


Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.


Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта.


Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башлағандан һуң, етенсе айҙа, бар халыҡ бер кешеләй булып Йәрүсәлимдә йыйылды.


Ҡалған халыҡ егерме мең драхма алтын, ике мең мина көмөш, алтмыш ете ҡаһин кейеме бирҙе.


Шулай итеп, исраилдарҙың бер өлөшө, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре Йәһүҙә ҡалаларында, үҙ биләмәләрендә, ә Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуынан ҡайһы берәүҙәр Йәрүсәлимдә төпләнеп ҡалды. Йәрүсәлимдә йәшәгән өлкә башлыҡтары түбәндәгеләр: Йәһүҙә ырыуынан: Ғаҫаяһ, ул – Ғуззияһ улы, Ғуззияһ – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Амаръяһ, Амаръяһ – Шефатъяһ, Шефатъяһ – Маһалалил, Маһалалил – Пәрәс нәҫеленән ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios