Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 7:6 - Изге Яҙма

6 Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 7:6
10 Referencias Cruzadas  

Батшаға шул мәғлүм булһын: беҙ Йәһүҙә өлкәһенә, бөйөк Алланың йортона барҙыҡ. Ул ҙур-ҙур таштарҙан төҙөлә, диуарҙарға ҡырлы бүрәнәләр һалып ҡалдырыла; эштәре бик йылдам һәм уңышлы бара.


Ниһайәт, Мадай өлкәһендәге Экбатана ҡәлғәһендә бер төргәк табыла. Унда былай тип яҙылған була: Хәтерҙә торһон өсөн:


Ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм башҡа халыҡты Невузарадан һөргөнгә оҙатты.


Улар былай тине: – Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған.


Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Ғазаръяһ, Рағамъяһ, Нахамани, Мордехай, Билшан, Миспәрәҫ, Бигуай, Нехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios