Нөхәмияһ 7:1 - Изге Яҙма1 Диуар төҙөлөп бөтөп, ҡапҡаларҙы ҡуйғандан һуң, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар һәм левиҙәр тәғәйенләнде. Ver Capítulo |
Шулай итеп, исраилдарҙың бер өлөшө, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре Йәһүҙә ҡалаларында, үҙ биләмәләрендә, ә Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуынан ҡайһы берәүҙәр Йәрүсәлимдә төпләнеп ҡалды. Йәрүсәлимдә йәшәгән өлкә башлыҡтары түбәндәгеләр: Йәһүҙә ырыуынан: Ғаҫаяһ, ул – Ғуззияһ улы, Ғуззияһ – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Амаръяһ, Амаръяһ – Шефатъяһ, Шефатъяһ – Маһалалил, Маһалалил – Пәрәс нәҫеленән ине.
Йәрүсәлимдәге Алла йортона килгәндең икенсе йылының икенсе айында Шеалтиил улы Зеруббавел, Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уларҙың ҡәрҙәштәре – ҡаһиндар, левиҙәр, әсирлектән Йәрүсәлимгә ҡайтҡандарҙың һәммәһе эшкә тотондо. Егермеһе тулып үткән левиҙәрҙе Раббы йортон төҙөү барышына күҙәтсе итеп тәғәйенләнеләр.