Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 6:4 - Изге Яҙма

4 Улар мине дүрт тапҡыр саҡырҙы, дүртеһендә лә бер үк төрлө яуап бирҙем.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 6:4
10 Referencias Cruzadas  

Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, һис кенә лә баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ.


Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.


ошо тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса аптыратып килеп йөрөмәһен», – тип уйлаған.


Бер ҡатлы әҙәм һәр һүҙгә ышанып бара, зирәк кеше алдын-артын ҡарап йөрөй.


Алдап-йолдап уны ҡыҙыҡтырҙы, тәмле теле менән үҙ ауына эләктерҙе.


– Һин мине алдағанһың, дөрөҫөн әйтмәгәнһең, – тине Делила Шимшонға. – Хәҙер әйт инде, һине нимә менән бәйләргә?


Делила Шимшондан: – Әйт әле миңә, һинең көсөң нимәлә? Буйһондорор өсөн һине нимә менән бәйләргә? – тип һораны.


Мин дә уларға хәбәрселәр аша: «Мин мөһим эш менән мәшғүлмен, шуға күрә бара алмайым. Һеҙгә китһәм, эш туҡтап ҡала бит!» – тип яуап ҡайтарҙым.


Бишенсе мәртәбәһенә Санбаллат миңә хеҙмәтсеһен ебәрҙе – ҡулында мөһөр һуғылмаған хат ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios