Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 6:17 - Изге Яҙма

17 Ул көндәрҙә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләре Товияһҡа йыш ҡына хат яҙып торҙо, Товияһ уларға үҙе лә яҙҙы.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 6:17
8 Referencias Cruzadas  

Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем.


Бер аҙ уйлағандан һуң, дәрәжәле кешеләрҙе һәм башлыҡтарҙы ҡаты шелтәләп, әйттем: – Һеҙ үҙ ағай-энеләрегеҙҙән артығын алаһығыҙ, – тинем. Улар арҡаһында мин ҙур йыйын йыйҙым


Уларҙан һуң Теҡоға кешеләре йүнәтте. Әйткәндәй, уларҙың арҙаҡлы кешеләре Раббы Хакимдары өсөн ҡыл да ҡыбырҙатманы.


Бөтә дошмандарыбыҙ, тирә-яғыбыҙҙағы һәммә халыҡтар быны ишетеп ҡурҡтылар һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышаныстары бөттө, сөнки был эште Аллабыҙ ярҙамы менән башҡарып сыҡҡаныбыҙҙы аңланылар.


Эш шунда: Йәһүҙәнең байтаҡ кешеләре уның менән ант беркеткән ине. Сөнки ул Арах улы Шеханъяһтың кейәүе ине, ә Йеһоханан исемле улы Бәрәхъяһ улы Мешулламдың ҡыҙына өйләнгәйне.


Быға тиклем Аллабыҙ йортоноң келәттәре өсөн яуаплы итеп Әлйәшив ҡаһин тәғәйенләнгәйне. Ул, Товияһтың туғаны булғанға күрә,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios