14 Йә Аллам, Товияһ менән Санбаллаттың ошондай эшен, мине ҡурҡытырға уйлаған Ноғадъяһ исемле пәйғәмбәр ҡатын менән башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе хәтереңдә тотһаңсы!
Эй Аллам! Ошо әҙәмдәрҙең ҡылығын иҫеңдә тот, сөнки улар ҡаһинлыҡҡа, ҡаһиндар һәм левиҙәр килешеүенә тап төшөрҙө.
Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.
Әгәр берәй кеше имандашының үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылғанын күрһә, уның өсөн доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына йәшәү бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ өсөн доға ҡылығыҙ, тимәйем.
Яннес менән Ямбрес Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы был әҙәмдәр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.
Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.
Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.
Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.
Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың.
Шунда Хананъяһ пәйғәмбәр Йермеяһ пәйғәмбәрҙең муйынындағы ҡалыпты тартып алып һындыра һуҡты ла
Шул уҡ йылдың бишенсе айында, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының башында, дүртенсе йылында, Ғивғондан Ғаззур улы Хананъяһ пәйғәмбәр Раббы йортонда ҡаһиндар һәм бөтә халыҡ алдында миңә былай тине:
Ҡырға сығам – ҡылыстан ҡырылғандар ята, Ҡалаға инәм – аслыҡтан ғазапланғандарҙы күрәм! Пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡаһиндар ҙа ил буйлап Нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр».
Шуға күрә Раббы ул пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларҙы Мин ебәрмәһәм дә, Минең исемемдән: „Был ерҙә ҡылыс та, аслыҡ та булмаясаҡ“, – тип һөйләгән ул пәйғәмбәрҙәр үҙҙәре ҡылыс менән аслыҡтан үлер.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – көтөүсем минең, Мин һис тә мохтажлыҡ күрмәм.
Йә Аллам, был халыҡ өсөн эшләгәндәремә күрә мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине!
Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар.
Бәлә-ҡаза солғап алғанда, Һин йәнемде һаҡлайһың, Дошмандарымдың нәфрәтенән яҡлайһың, Уң ҡулың мине ҡотҡарып ҡала.