Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 5:8 - Изге Яҙма

8 да былай тинем: – Беҙ үҙебеҙҙең сит халыҡтарға һатылған туғандарыбыҙ йәһүдтәрҙе бар хәлебеҙсә йолоп алдыҡ. Ә һеҙ үҙегеҙҙең туғандарығыҙҙы һатаһығыҙмы ни инде? Инде уларҙы яңынан һатып алайыҡмы? Улар яуап таба алмайынса өндәшмәй ҡалды.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 5:8
14 Referencias Cruzadas  

Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Ул саҡта һинең белемең выжданы көсһөҙ булған имандашыңды һәләк итер, Мәсих уның өсөн дә үлде бит.


Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Сөнки кемдә бар, шуға бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Кемдең юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.


Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән дә үҙе юлға сыҡҡан.


һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәй килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән.


Улар аптырап ҡалдылар, башҡа яуап тапманылар, Әйтергә һүҙҙәре ҡалманы.


Затлыларҙың тауышы ҡарлыға, Телдәре аңҡауҙарына йәбешә торғайны.


Әгәр исраилдарҙан ҡәрҙәшен урлап, уны ҡол иткән йәки һатып ебәргән кеше табылһа, был бур үлемгә дусар ителәсәк. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай итеп йолҡоп ташлағыҙ.


Кеше урлап һатҡан йәки урланған кешене йәшереп тотҡан һәр кем үлтерелергә тейеш.


Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.


– Бик насар эшләйһегеҙ, – тинем мин уларға. – Дошмандарығыҙ булған сит халыҡтар алдында хурлыҡҡа төшмәҫ өсөн Аллабыҙҙан ҡурҡып ҡына йөрөргә тейеш түгелһегеҙме ни һеҙ?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios