Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 5:17 - Изге Яҙма

17 Тирә-яҡ халыҡтарҙан килгәндәрҙе иҫәпкә алмағанда ла минең өҫтәлем артында йәһүдтәр һәм башлыҡтарҙан йөҙ иллешәр кеше ашай ине.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 5:17
8 Referencias Cruzadas  

Ә хәҙер бөтә Исраил халҡын минең яныма Кармәл тауына йыйҙыр. Бәғелдең Изевел табынында ашап-эскән дүрт йөҙ илле пәйғәмбәре һәм алиһә Ашераға табынған дүрт йөҙ пәйғәмбәр ҙә шунда килһен.


Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.


Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.


Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор.


Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә йәшәне һәм һәр ваҡыт батша менән бер өҫтәлдән ризыҡланды. Уның ике аяғы ла аҡһаҡ ине.


Бының урынына мин бөтөн көсөмдө диуарҙы төҙөү эшенә һалдым. Баҫыуҙар һатып алманыҡ, бөтә хеҙмәтселәрем дә диуарға эшкә йөрөнө.


«Үҙең белмәгән ни бар, атайым Дауыт эргә-тирәләге халыҡтар менән һуғыш алып барырға мәжбүр булғанлыҡтан, Аллаһы Раббы исеменә бағышлап ҡорам төҙөй алманы. Инде Раббы уның дошмандарын аяҡ аҫтына бырғаны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios