Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 5:15 - Изге Яҙма

15 Ә миңә тиклемге булған өлкә башлыҡтары, халыҡҡа ауырлыҡтарын һалып, уларҙан ҡырҡ шекел көмөшкә өҫтәп аҙыҡ-түлеген дә, шарабын да алған, хатта уларҙың хеҙмәтселәре лә халыҡты иҙгән. Мин улай эшләмәнем, Алланан ҡурҡтым.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 5:15
19 Referencias Cruzadas  

– Бик насар эшләйһегеҙ, – тинем мин уларға. – Дошмандарығыҙ булған сит халыҡтар алдында хурлыҡҡа төшмәҫ өсөн Аллабыҙҙан ҡурҡып ҡына йөрөргә тейеш түгелһегеҙме ни һеҙ?


Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!


Мөхәббәт менән тоғролоҡ ғәйептән пакландыра, Раббынан ҡурҡыу гонаһтан тыя.


Янығыҙҙа булғанда ла, мохтажлыҡ кисергән сағымда ла берегеҙгә лә ауырлыҡ һалманым. Барлыҡ кәрәк-яраҡ менән мине Македониянан килгән имандаштарыбыҙ тәьмин итте. Бер нәмәлә лә һеҙгә йөк булмаҫҡа тырыштым һәм артабан да тырышасаҡмын.


Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, бының иҫ китерлек нимәһе бар? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?


Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам, Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем.


Башҡа берҙәмлектәр менән сағыштырғанда, һеҙҙең менән нимәлә насар мөғәмәлә иттем һуң? Һүҙ һеҙгә үҙемдең йөк булмауым тураһында ғына барырға мөмкин. Бындай ғәйебем өсөн ғәфү итегеҙ!


Әгәр хаким ялғанға ҡолаҡ һалһа, барлыҡ ярандары намыҫһыҙ булыр.


Раббыны данлағыҙ! Эй Раббы ҡолдары, Раббыны данлағыҙ, Раббының исемен данлағыҙ!


Игенегеҙҙең һәм йөҙөмдәрегеҙҙең ундан бер өлөшөн алып, үҙенең ярандарына һәм хеҙмәтселәренә таратыр.


– Мин был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйланым, – тине Ибраһим. –


Өсөнсө көндө уларға былай тине: – Мин әйткәнде эшләһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, сөнки мин Алланан ҡурҡам.


Бының урынына мин бөтөн көсөмдө диуарҙы төҙөү эшенә һалдым. Баҫыуҙар һатып алманыҡ, бөтә хеҙмәтселәрем дә диуарға эшкә йөрөнө.


Туғаным Ханамилдан Ғанаҫоҫтағы баҫыуҙы һатып алып, уға ун ете көмөш түләнем.


Ҡолдар хәҙер беҙгә хаким булды, Улар ҡулынан ҡотҡарып алыусы юҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios